09:43 (UTC+5), 25 Ғинуар 2016

Республика бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлығы буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында 13-сө урынды биләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлығы кимәле буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында 13-сө урынды биләне. Рәсәйҙең Финанс министрлығы уҙған йыл өсөн мониторинг һөҙөмтәләрен иғлан итте. Рейтингты илдең Финанс министрлығының бюджет сәйәсәте департаменты заказы буйынса Ғәмәли иҡтисад үҙәге менән берлектә Ғилми-тикшеренеү финанс институты төҙөгән.
Республика министрлығының матбуғат үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк ни бары 71-72-се урындарҙы биләгән.
Төбәктәр тәүҙә раҫланған бюджетҡа характеристика, уны үтәү тураһында йыллыҡ отчет, бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү, аналитика мәғлүмәттәре, финанс контроле, бюджет проекты һәм уға материалдар, дәүләт учреждениеларының эшмәкәрлеге хаҡында асыҡ мәғлүмәттәр, граждандар өсөн бюджет, граждандар өсөн бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлығы өсөн инфраструктура кеүек йүнәлештәр буйынса баһалана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика