«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге лә АҠШ-ҡа балдың тәүге партияһын оҙата. 18,7 тонна продукт тейәлгән контейнер былтыр сентябрь айында төҙөлгән оҙайлы килешеү сиктәрендә ебәрелә.