16:01 (UTC+5), 19 Ғинуар 2016

Православныйҙар Крещение байрамын билдәләй

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 19 ғинуарҙа православныйҙар Крещение байрамын билдәләй. Ул христианлыҡта иң боронғо байрамдар иҫәбенә инә.
Республикала йәшәүселәр өсөн байрамға 62 һауыт әҙерләнгән. Өфөлә Дуҫлыҡ монументы һәм Нижегородка биҫтәһендәге Ағиҙел йылғаһында, шулай уҡ И.Яҡутов исемендәге һәм «Ҡашҡаҙан» ял парктарында урынлашҡан күлдәрҙә дүрт мәке эшләнгән.
Бөгөн Өфөлә православныйҙар Изге Сергиев соборынан алып Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһындағы мәкегә тиклем тәре юлы үтте. Керәшен һыуыҡтары өсөн хас булмаған һауа торошо күҙәтелде: һауа температураһы -5 градус, һыуҙа +4. Крещение төнөнә ҡарай барлыҡ православие ҡорамдарында һыуҙы изгеләндереү йолаһы үтәлде. Диндарҙар изге һыуға сиратҡа теҙелде. Был төндә һәр йылға-күлдән алынған ябай һыу ҙа шифалы көскә эйә тип иҫәпләнә.
«Мәкеләр баҫмалар һәм ҡоймалар менән йыһазландырылған. Һәр урында ҡотҡарыусылар, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Диндарҙарға уңайлы булһын өсөн йылы палаткалар һәм дөйөм туҡланыу пункттары ҡуйылған», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «112-се ҡотҡарыу хеҙмәте»нең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Яна Калинина.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика