ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2016 йылда республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидиялар биреү шарттары әүәлгесә ҡала. Башҡортостан Хөкүмәте
ҡарарына ярашлы, коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә сығымдарҙың рөхсәт ителгән иң ҙур өлөшө күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 15, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар өсөн 18 процент тәшкил итәсәк. Субсидия алыусылар иҫәбенә ингән башҡа кешеләр өсөн уның күләме 20 процент кимәлендә ҡала.