Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2016, 12:23

13 ғинуар — Рәсәй матбуғаты көнө

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. 1703 йылдың тап ошо көнөндә Петр Беренсе указы менән Рәсәйҙең «Ведомости» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы 1991 йылда Рәсәй матбуғаты көнө булдырыла. Был байрам күп һөнәр эйәләрен — журналистарҙы, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, баҫма продукцияны таратыусыларҙы берләштерә. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең хеҙмәте менән илдең берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итә.
«Ведомости» Рәсәйҙә беренсе баҫма гәзит була, сөнки уға тиклем «Куранты» тип аталған гәзит ҡулъяҙма рәүешендә генә сыға. Баҫма Петр Беренсенең эске һәм тышҡы сәйәсәтен пропагандалауға йүнәлтелгән була, шуға күрә Төньяҡ һуғышы гәзиттең төп темаһына әүерелә. 1709 йылда батша үҙе хәрби хәбәрсе сифатында сығыш яһай — Полтава һуғышын ул бик ентекле һүрәтләй.
Ғалимдар раҫлауынса, Башҡортостандың матбуғат тарихы ла 178 йыл элек Өфөлә донъя күргән «Оренбургские губернские ведомости» рәсми баҫмаһынан башлана.
Ҡала һәм райондарҙа республика халыҡтары телдәрендә ике йөҙгә яҡын гәзит-журналдар сыға. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында билдәләүҙәренсә, төбәк баҫмалары фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып тора. Баҫма киң мәғлүмәт сараларының йөкмәткеһе буйынса республика матбуғаты Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй.
Читайте нас: