06:00 (UTC+5), 12 Января 2016

Төбәктә көндәр бер аҙ һалҡынайта, һуңынан йәнә йылыта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда көндәр бер аҙ һалҡынайта, һуңынан йәнә йылыта. Был аҙнала республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы.
Осор башында көслө һалҡындар буласаҡ. Аҙнаның тәүге көндәрендә һауа температураһы -13, -18 градус тәшкил итәсәк, аяҙайтҡанда 23 градусҡаса һыуытасаҡ. Бер аҙ ҡар яуасаҡ. 12 ғинуарҙан 13-нә ҡарай төндә һауа температураһы -20, -25, урыны менән -30 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк.
Аҙна уртаһынан төбәк биләмәһенә Рәсәйҙең көнбайышынан йылы фронт күсә. Шуға бәйле һауа температураһының күтәрелеүе, ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы -2, -7, төндә -10 градус тәшкил итәсәк, көньяҡ-көнсығышта -15 градусҡа тиклем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика