ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан парламентарийҙары федераль ҡануниәткә микрофинанс ойошмалары өсөн регламенттарҙы камиллаштырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерергә
ниәтләй. Ошо хаҡта Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.