09:42 (UTC+5), 31 Декабрь 2015

Яңы йыл алдынан Өфө районында етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 31 декабрҙә Яңы Булгаков ауылында Өфө районындағы биш етем балаға яңы фатир асҡыстары тапшырыла. Муниципалитетта аңлатыуҙарынса, әгәр былтыр өй туйлаусылар өсөн фатирҙарҙы йыһазландырыу көтөлмәгән бүләк булһа, был юлы төҙөүселәр торлаҡ майҙанын киңәйтә алды — 48 квадрат метр.
Байрам алдынан Өфө районы Дмитриевка ауылында иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсенеүселәр ҙә йорт туйланы. 25 декабрҙә 19 ғаилә фатир асҡыстары алды. 2015 йылдың аҙағына тиклем Михайловка ауылында тағы өс ғаилә яңы торлаҡҡа күсә. Йорттарҙы «Жилой Квартал» компаниялар төркөмө төҙөгән.
Өфө районы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2014-2015 йылдарҙа Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһы сиктәрендә 60 ғаиләгә яңы йорттарҙа уңайлы фатирҙар тәҡдим ителде. 2016-2017 йылдарҙа муниципалитет Геофизик ҡасабаһындағы иҫке торлаҡта йәшәүсе тағы 70 ғаиләне күсерергә тейеш.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика