11:00 (UTC+5), 30 Декабря 2015

Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Халыҡ фронты «Рәсәй өсөн» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһенең рәйестәштәре Эльвира Айытҡолова, Азат Фазлыев, Надежда Крылова һәм башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин менән осрашты.
– Был осрашыуҙар бик файҙалы. Үткән осрашыуҙа ла байтаҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Шуларҙың бер өлөшө хәл ителгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мәсьәләләр ябай түгел. Улар, бер яҡтан, халыҡтың, йәмғиәттең мәнфәғәттәрен, икенсе яҡтан, власть структураларын эске хәүефтән яҡлауға бәйле. Эшмәкәрлегегеҙ күп яҡлы. Ул хуплауға лайыҡ.
Осрашыу барышында штабтың 2015 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендәге эште яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәре тикшерелде.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса эшсе төркөмө республика балалар баҡсаларына берҙәм электрон сираттың һөҙөмтәһеҙ булыуын билдәләй, сөнки был ресурс мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына төҙәтмәләр индерергә мөмкинлек бирә. Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, республиканың Мәғариф министрлығы быны камиллаштырырға ниәтләй.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттары муниципаль милекте хужалыҡ ҡарамағына күсереүгә бәйле енәйәттәрҙе булдырмау өсөн муниципаль милек реестрының асыҡлығын күтәрергә тәҡдим итте.
– Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эш форматы төрлө субъекттарҙа төрлөсә. Былтыр бер нисә субъект төбәк етәкселәренә тәҡдимдәр әҙерләне һәм йыл буйына ошо йөкләмәләрҙе үтәү өҫтөндә эшләне. Быйыл беҙҙең өлгөгә эйәреп бөтә илдә ошо йүнәлештә эш башҡарыла, – тип хәбәр итте журналистарға Эльвира Айытҡолова. – Бөгөн беҙ Рөстәм Зәки улына 12 тәҡдим еткерҙек.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика