Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2015, 12:36

Республикала ветерандар менән эшләү буйынса ойоштороу комитеты булдырыла

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостанда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән эшләү буйынса ойоштороу комитеты булдырыла. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә шундай йөкләмә бирҙе.
– Башҡортостан илдең иң күп ветерандар йәшәгән һигеҙ төбәге иҫәбенә инә – 67 мең самаһы. Беҙ улар оҙағыраҡ ғүмер итһен, беҙҙең хәстәрлекте һәм иғтибарҙы тойһон өсөн артабан да шарттар булдырасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Киләһе йылдарҙа ла ошо йүнәлештә эшләргә, ветерандарға ярҙам итергә кәрәк.
Ойоштороу комитеты ултырышында республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре уҙған осорҙа башҡарылған эштәр тураһында доклад менән сығыш яһаны.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын фатир менән тәьмин итеү буйынса эштең торошо менән таныштырҙы. Мәҫәлән, 2015 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда 1 640 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар исемлегендә иҫәптә торған. Ғинуарҙан декабргә тиклем йәнә 728 кеше өҫтәлгән. Шулай итеп, 2015 йылдың 1 декабренә торлаҡ менән тәьмин ителмәгән ветерандар һаны 936 кеше тәшкил иткән. Киләһе йылға федераль бюджет аҡсаһына мохтажлыҡ 1,2 миллиард һум тәшкил итә.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү сиктәрендә уҙғарылған мәҙәни саралар хаҡында һөйләне.
Уның сығышын Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта тулыландырҙы. Ул йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, ирекмән һәм эҙәрмән отрядтарының эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Вәлиев Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын медицина һәм социаль хеҙмәтләндереү хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
– Бөгөн 56 мең ветеран диспансер иҫәптә тора. Улар өҫтөнлөклө тәртиптә медицина ярҙамы һәм дарыуҙар менән тәьмин ителә. 371 ветеранға шифахана-курорт хеҙмәттәре күрһәтелгән. Әммә 400 кеше дауалана алмаған. Был эш тә федераль ресурстар иҫәбенә башҡарыла, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы ойоштороу комитеты ағзаларының сығышын тәнҡитләне һәм улар формаль рәүештә башҡарылған тип атаны.
Ултырыш аҙағында төбәк Башлығы республиканың эҙәрмән отрядтары етәкселәрен «Һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләне.
Читайте нас: