09:26 (UTC+5), 29 Декабрь 2015

Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре һәм республика киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре һәм республика киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашты.
«Республика Башкортостан» гәзите уҙғарған бәйгелә мәҡәлә геройҙары – төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Төп талаптар – әүҙем тормош позицияһы, коллективты, республиканы һәм илде үҫтереүгә өлөш индереү. Конкурсҡа йомғаҡ яһауҙа журналистар менән бергә гәзит уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Улар конкурсанттар тураһында мәҡәләләрҙе шылтыратыуҙар, хаттар ярҙамында баһаланы, баҫманың сайтында комментарийҙар ҡалдырҙы.
Осрашыу барышында производствоны, ауыл хужалығын, мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ емеш-питомник совхозы директоры Гөлиә Мәннәнова менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов республикала еләк-емеш эшкәртеү булмау мәсьәләһен күтәрҙе.
– Үҙебеҙҙең алмаларҙы ҡуйырға урын тапмайбыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта сит илдә етештерелгән джемдар һатып алабыҙ. Бында эшләргә нимә ҡамасаулай? – тип билдәләне республика Башлығы.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, проблеманы хәл итеү өсөн кооперативтар асырға кәрәк. Был йүнәлештә тәүге аҙым яһалған – республика Йәшелсәселәр һәм үҫемлекселек белгестәре ассоциацияһы булдырылған, тип яуапланы Гөлиә Мәннәнова.
Әлшәй районы Сурай ауылы мәктәбе директоры Зәкиә Солтангәрәева күрше ауылдарҙан балаларҙы йәлеп итеү иҫәбенә аҙ комплектлы мәғариф учреждениеһын һаҡлап ҡалыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Конкурс лауреаттары араһында Бүздәк районынан Фәвил һәм Шәфәғәт Хәбибрахмановтар бар. Әлеге мәлдә уларҙың крәҫтиән-фермер хужалығы юғары технологиялы йәшелсәселек комплексын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра.
– Хәбибрахмановтар ғаиләһе ышаныслы, үҙаллы эшләү өлгөһө булып тора. Беҙ ярҙам иттек, әммә иң мөһиме – ғаиләнең маҡсатҡа ынтылышы, – тине республика Башлығы. – Бөгөн беҙҙә йәшелсә етмәй, үҙебеҙҙе 70 процентҡа ғына тәьмин итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү буйынса алда барабыҙ. Ошо йүнәлештән ситкә тайпылырға ярамай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика