07:36 (UTC+5), 28 Декабрь 2015

«Ҡыштың аҡ йыры» байрамы Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын тамамланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Людмила Кузьмина/. Башҡортостан Яҙыусылар союзы башланғысы буйынса үткәрелгән «Ҡыштың аҡ йыры» тип аталған әҙәби-музыкаль байрам Әҙәбиәт йылында һуңғы сара булды. Ул етеп килгән Яңы йылға һәм ҡыш миҙгеленә арналды. Шуға күрә байрамда ҡыш тураһында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны.
Сара барышында республикала мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм әҙәби марафонды уҙғарыуға ҙур өлөш индергән яҙыусылар бүләкләнде. Яҙыусылар һәм шағирҙар Әмир Әминев, Марсель Сәлимов, Владимир Денисов, Гөлназ Ҡотоева, Светлана Ғәфүрова, Кристина Андрианова, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе ҡулынан наградалар алды. Наил Ғәйетбаев Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап сәфәрҙе генә түгел, шулай уҡ башлап яҙыусы авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшереүҙе, урындарҙа йәш таланттар эҙләүҙе үҙ эсенә алған әҙәби марафон кеүек күләмле акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Быйыл шағир Зөфәр Вәлитов «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Башҡорт әҙибенә награданы Наил Ғәйетбаев тапшырҙы.
Шағирҙар Роберт Паль, Рәшит Шәкүр, Владимир Денисов, Венера Фәттәхова, Светлана Ғәфүрова, Кристина Андрианова һәм башҡа әҙиптәр ҡыш темаһына мөрәжәғәт итте. Башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар яңғыраны.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика