10:17 (UTC+5), 25 Декабрь 2015

Силәбелә Башҡортостан Конституцияһы көнөндә тантаналы ҡабул итеү ойошторолдо

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбелә Башҡортостан Конституцияһы көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү ойошторолдо. Уны Башҡортостандың Урал федераль округындағы вәкиле Амур Хәбибуллин үткәрҙе. Байрамда Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Вадим Евдокимов, Силәбе мэры Евгений Тефтелев, Венгрияның генераль консулы Пал Фабиан, Ингушетия Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Көрәш Аушев, Златуст мэры Вячеслав Жилин, милли район башлыҡтары Исрафил Вәлишин һәм Сибәғәтулла Әминев, Силәбе өлкәһе һәм Төмәндең башҡорт йәмәғәтселеге ҡатнашты.
Тантана сиктәрендә протокол осрашыуы булды, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, Амур Хәбибуллин байрам телмәре менән сығыш яһаны. Кисә үҙешмәкәр музыканттар башҡарыуында милли-мәҙәни программа менән дауам итте.
Амур Хәбибуллин сәләмләү һүҙендә республика һәм Урал төбәктәре араһында уртаҡлыҡтар күп булыуын билдәләне. Ул төбәктәр араһында артабанғы күп йыллыҡ һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.
«Мин ысын күңелдән Башҡортостан халҡын милли байрам менән ҡотлайым. Үҙ-ара файҙалы партнерлыҡты үҫтереү, халыҡтарыбыҙ араһында эшлекле, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү йәһәтенән уңыштар теләйем. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек һеҙгә», — тине Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары.
Йыйылыусылар Башҡортостан иҡтисадын үҫтереү темптарына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм республиканың ҡеүәтенә юғары баһа бирҙе. Осрашыу барышында башҡорт мәҙәниәте этнографияһы күргәҙмәһе ойошторолдо, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика