09:04 (UTC+5), 24 Декабря 2015

Һуңғы йылдарҙа республика балалар йорттарында балалар һаны ике тапҡырға кәмене – Рөстәм Хәмитов

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Һуңғы йылдарҙа республика балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны ике тапҡырға кәмене. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашыуҙа белдерҙе.
– Беҙҙә меңгә яҡын бала балалар йорттарында тәрбиәләнә. Әлбиттә, улар патронат ғаиләләрҙә йәшәргә, йә иһә уллыҡҡа алынырға тейеш. Балалар йорттары булырға тейеш түгел, әммә улар бар. Яҡын арала беҙ бынан ҡотола алмаясаҡбыҙ әле. Шуға ҡарамаҫтан, ошо йүнәлештә эштәр бара. Әгәр өс-дүрт йыл элек балалар йорттарында ике меңдән ашыу бала булһа, бөгөн иһә мең самаһы. Беҙ муниципалитеттар, ҡала округтары менән берлектә тәрбиәгә бала алыусы ата-әсәләр эҙләйбеҙ. Был йәһәттән хәлдәр яҡшырыр, тип уйлайым. Тағы 20-гә яҡын балалар йорттары бар. Был беҙҙең өсөн яҡшы статистика. Ләкин, икенсе яҡтан, баланы теләһә ниндәй ата-әсәгә тапшырырға хаҡыбыҙ юҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика