08:00 (UTC+5), 24 Декабря 2015

Бөгөн — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Тап ошо көндә 1993 йылда Башҡортостандың Төп Законы ҡабул ителә. Тәүге тапҡыр ул республиканың үҙенең эсендә әҙерләнә. Бынан алдағы Конституциялар союз һәм Рәсәй Конституцияларының һүҙмә-һүҙ ҡыҫҡартылған варианттары була.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы төбәк биләмәһендә демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта. Республикала демократик власть институттары һәм граждандар йәмғиәте: парламент — Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, президентлыҡ институтын ойоштороу радикаль яңылыҡ була. Конституцияны ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошона тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек төшөнсәләр үтеп инә. Республикала мировой судьялар институты ойошторолоп, уңышлы эшләп килә.
22 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тексы билдәле бер үҙгәрештәр кисерҙе. Мөһим үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр 2006 йылдың июнендә индерелде. Улар илдә власть вертикален нығытыу буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә вәкәләттәр йөкмәтеү тәртибен үҙгәртеү, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле булды. Ләкин 1993 йылғы Конституцияның фундаменталь положениелары һаҡланды һәм заманса яңғыраш алды. Конституцияның яңы редакцияһы төп идеяларҙың күсәгилешлеген, республика хоҡуҡ системаһын төҙөүҙең төп принциптарын һаҡлауҙы, Рәсәйҙә дәүләт бөтөнлөгөн һәм дәүләт власы берҙәмлеген тәьмин итеүҙе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәренең юридик нигеҙләнгән нисбәтен, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын күҙәтеүҙе нығытты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика