12:16 (UTC+5), 21 Декабря 2015

Республиканың Журналистар союзы рәйесе итеп йәнә Артур Дәүләтбәков һайланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 21 декабрҙә Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Журналистар союзының XX съезы уҙҙы. Съезд эшендә Башҡортостан Журналистар союзының тәүге 83 ойошмаһынан 89 делегат һәм 85 кеше ҡунаҡтар сифатында ҡатнашты. Ойошма рәйесе Артур Дәүләтбәков Башҡортостан Журналистар союзы идараһының 2013 йылдың 22 февраленән 2015 йылдың 21 декабренә тиклемге эше тураһында отчет менән сығыш яһаны.
Артур Дәүләтбәков тәүге ойошмаларҙың эшмәкәрлеге, ағзалыҡ взносын йыйыу, ветерандар менән эшләү, йәш журналистарҙы өйрәтеү, Башҡортостан Журналистар союзының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә ойошторған әһәмиәтле саралар хаҡында һөйләне.
«Профессионализм һәр һөнәрҙең нигеҙе булып тора, журналистикала иһә бигерәк тә. Профессионализм мәҡәләләрҙәге хаталарҙың булмауына, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү оҫталығына бәйле түгел. Ул ниндәй тема һайларға һәм уны уҡыусыға нисек еткерергә кәрәклеген аңлауҙан башлана, тимәк, һөнәри оҫталыҡҡа даими өйрәнеү зарур», — тине Артур Дәүләтбәков.
Фекер алышыуҙарҙа Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары журналистарға хеҙмәт хаҡын арттырыу, уларҙы әҙерләү программаһын төҙөү, журналистика ветерандарына әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәтеү, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар асыу, «Матбуғат балы»н уҙғарыу алымдарын үҙгәртеү кеүек тәҡдимдәр индерҙе.
Съезда төбәктең Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов сығыш яһаны. Агентлыҡ етәксеһе Журналистарға ярҙам фонды һәм республика вуздарының береһендә Журналистика институтын булдырырға тәҡдим итте.
Сарала Башҡортостан Журналистар союзының етәксе органдары — Идара һәм Идараның башҡарма комитетын һайлау булды. Республиканың Журналистар союзы рәйесе итеп йәнә Артур Дәүләтбәков һайланды.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика