05:23 (UTC+5), 14 Декабрь 2015

Рөстәм Хәмитов Евразия гуманистик форумында ҡатнашыусылар менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә уҙған Евразия гуманистик форумында ҡатнашыусылар менән осрашты. Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм Башҡортостандағы демографик хәл тикшерелде.
Форумдың медицина йүнәлеше менән А.Л.Мясников исемендәге Клиник кардиология институтының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге етәксеһе, профессор Ренат Аҡсурин, академик В.И.Шумаков исемендәге Федераль трансплантология һәм яһалма органдар ғилми үҙәгенең бүлек мөдире, профессор Ринат Сәйетгәрәев һәм Н.И Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетының Геронтология ғилми-клиник үҙәге директоры, профессор Ольга Ткачева таныштырҙы.
– Йыл һайын республикала һаулыҡ һаҡлауға 50 миллиард һумдан ашыу аҡса бүләбеҙ. Әммә ғүмер оҙайлығы, төп демографик күрһәткестәр кәмей. Үҙенән-үҙе шундай һорау тыуа: ошо аҡсаларҙың һөҙөмтәһе ҡайҙа? – тине Рөстәм Хәмитов.
Осрашыуҙа М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты социология факультетының социология, ғаилә һәм демография кафедраһы мөдире, профессор Анатолий Антонов, Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты директоры Ирина Елисеева һәм Рәсәй дәүләт гуманитар университетының социология факультеты деканы, профессор Жан Тощенко ҡатнашты. Улар Өфөгә Евразия гуманистик форумы сиктәрендә уҙған «Төбәктең йәшәү ҡеүәте: заманса йәмғиәттең социаль-демографик проблемалары» конференцияһына килгән.
Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм ошондай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләне.
Рәсәйҙең 2014-2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек итеү планына ярашлы, 2015 йылдың 10 декабренән 12-нә тиклем Өфөлә Евразия гуманистик форумы үтте. Уның ойоштороусылары булып Рәсәй Президентының сит илдәр менән төбәк-ара һәм мәҙәни бәйләнештәр буйынса идаралығы ярҙамында илдең Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһаны.
Форум фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, Евразия киңлеге контексында мәғрифәтселек идеяларын популярлаштырыуға, берлектәге ғилми-тикшеренеү программаларын һәм проекттарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика