ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында
сығыш яһаны. Ултырыш башланыр алдынан төбәк етәксеһе Башҡортостан Фәндәр академияһының эшмәкәрлегенә һәм ғилми эштәренә арналған күргәҙмә менән танышты, ғалимдарға республиканың сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара әүҙем эш итеү кәрәклеген билдәләне.