17:46 (UTC+5), 11 Декабря 2015

Баш ҡалала «Медиапрофи-2015» республика журналистар премияһы еңеүселәренең исеме билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Медиапрофи-2015» республика журналистар премияһы еңеүселәренең исеме билдәле булды. Быйылғы бәйгенең темаһы — «Үҫеш нөктәләре». Жюри уңышлы эшҡыуарлыҡ башланғыстары, етештереүҙе үҫтереү, урындағы властың уңайлы эш мөхите булдырыу йәһәтенән тырышлығы хаҡындағы иң яҡшы эштәрҙе һайлап алды. Конкурсҡа республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары журналистарының 200-ҙән ашыу эше ҡабул ителде.
Һәр номинацияла «республика» һәм «муниципаль киң мәғлүмәт саралары» категориялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. «Иң яҡшы репортаж» өсөн наградаға «Комсомольская правда-Уфа» гәзитенән Дарья Петрова һәм Бөрөнөң «Победа» гәзите хәбәрсеһе Ольга Тимофеева лайыҡ булды. «Иң яҡшы очерк»ты «Ватандаш» журналы мөхәррире Эльвира Халиҡова һәм Октябрьский ҡалаһынан «Тыуған яҡ» гәзите хәбәрсеһе Сәлиә Ғарифуллина яҙған. «Комсомольская правда» гәзите фотографы Тимур Шәрипҡолов фоторепортаж өсөн махсус награда алды. «Иң яҡшы интернет-проект» номинацияһында эшҡыуарлыҡ тураһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн «Башинформ» агентлығынан Артур Басиров еңеүсе тип танылды. «Иң яҡшы интервью» номинацияһында — «Аргументы и факты» гәзите хәбәрсеһе Айгөл Мусина, «Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Римма Юнысова, «Иң яҡшы аналитик материал» номинацияһында «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе Алексей Шильников, Көйөргәҙе мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе Гөлназ Йәғәфәрова еңеп сыҡты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика