12:00 (UTC+5), 10 Декабрь 2015

Башҡортостанда шихандарҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусы алынмаясаҡ — Экология министрлығы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Торатау менән Йөрәктауҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусын алыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ юҡ. Тәбиғәттән файҙаланыу ведомствоһының аңлатмаһы бер нисә киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләргә бәйле. Уларҙа күптән түгел бер юлы алты объекттан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыуҙары хаҡында яҙылған.
Республика һәм федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусын ҡабатлау күҙәтелгән, тип аңлаталар министрлыҡ вәкилдәре. Алты тәбиғәт ҡомартҡыһы, улар араһында Шүлгәнташ мәмерйәһе лә бар, федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре сиктәрендә, атап әйткәндә, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы һәм «Башҡортостан» милли паркы биләмәләрендә урынлашҡан. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре сифатында һаҡларға ҡарар иткән.
«Торатау менән Йөрәктау федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре составына инмәй һәм тәбиғәт ҡомартҡылары булараҡ республика әһәмиәтендәге үҙ аллы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булып тора. Тәбиғәт объекттары әһәмиәтен юғалтмағанлыҡтан, статусты алыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ юҡ», — тиелә ведомствоның мәғлүмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика