15:59 (UTC+5), 09 Декабря 2015

Төбәктә уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы һәм пенсия күләме билдәле булды

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы һәм пенсия күләме билдәле булды. Башҡортостанстат 2015 йылдың III кварталында халыҡтың килеме менән йәшәү минимумы күләменең нисбәте мәғлүмәттәрен килтерҙе. Яҡынса баһалауҙар буйынса, халыҡтың йән башына уртаса килеме айына 30 595,5 һумға тиң.
2015 йылдың III кварталында хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 25 496,6 һум тәшкил иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында республикала ул былтырғы менән сағыштырғанда 3,5 процентҡа артҡан һәм 25 165 һум тәшкил иткән. 2015 йылдың 1 октябренә уртаса айлыҡ пенсия күләме 11 430,0 һумға тиң.
Алдан хәбәр ителгәнсә, республика Хөкүмәте ҡарары менән 2015 йылдың III кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 8 643 һум күләмендә билдәләнгән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул — 9 197, пенсионерҙарға — 7 037, балаларға 8 653 һум тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика