12:48 (UTC+5), 08 Декабрь 2015

Башҡортостанда Ватан Геройҙары көнө уңайынан саралар уҙғарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда Ватан Геройҙары көнөнә арналған байрам саралары уҙғарыла. 9 декабрҙә Туймазы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса бүлеге ошо иҫтәлекле датаға бағышланған «Һәр ваҡыт иҫтә тоторға!» социаль акцияһын ойоштора. Туймазы ҡалаһында һәм ҡасабаларҙа студенттар һәм уҡыусылар районда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр яҙылған листовкалар, өс мөйөшлө хаттар таратасаҡ.
Уҡыу йорттарында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары ҡатнашлығында балалар һәм йәштәр акциялары уҙғарыла. Мәҙәниәт учреждениелары тематик кисәләр һәм концерттар үткәрәсәк.
Райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә тантаналы саралар ойошторола. Был көндә һәләк булған яугирҙәрҙең һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика