09:34 (UTC+5), 07 Декабря 2015

Төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Васфи Баһауетдиновтың мәйетен ер ҡуйынына тапшырҙылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Дүртөйлө районының Етембәк ауылында 1943 йылдан бирле хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән Васфи Баһауетдиновты һуңғы юлға оҙаттылар. Уның мәйетен ноябрь айында Карель муйынында Санкт-Петербургтың «Ҡара бушлаттар» эҙәрмән отряды тапҡан.
Матәм сараһында район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин, Башҡортостандың Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хеҙмәткә әҙерләү үҙәге директоры Гурий Поляков, ветеран ойошмалары вәкилдәре, һәләк булыусының туғандары, ауыл халҡы ҡатнашты. Яугир 75 йыл элек фронтҡа киткән тыуған Етембәк ауылы зыяратында ерләнде.
Ҡыҙылармеецты табырға Башҡортостандың Хәтер китабы ярҙам иткән. Унда Васфи Баһауетдинов тураһында мәғлүмәттәр бар, ул 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Ул — «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәләре тапҡан һәм һуңғы алыш урынынан Башҡортостанға ҡайтарылған 13-сө ҡыҙылармеец.
Сара һуңында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков урындағы мәктәп уҡыусылары өсөн класс сәғәте үткәрҙе, балаларға республиканың эҙәрмән отрядтары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары хаҡында һөйләне.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика