Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2015, 17:45

Синоптиктар төбәктә ҡар яуыуын, буран сығыуын фаразлай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Аҙнаның тәүге көндәрендә синоптиктар епшек ҡар, ямғыр яуыуын фаразлай. Буран сығыуы, көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 20-25 метрға тиклем көсәйеүе, епшек ҡарҙың сымдарға, ағастарға һырыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә. Дүшәмбе, 7 декабрҙә, һауа температураһы төндә 0-5 градус һалҡын буласаҡ. Шишәмбе, 8 декабрҙә, — көслө ел, термометр бағанаһы 1 градус йылы, 4 градус һалҡын күрһәтәсәк.
Атмосфера баҫымының күтәрелеүе менән яуым-төшөм кәмейәсәк, һауа температураһы түбәнәйәсәк, тип хәбәр итә Башгидромет. Шаршамбы, 9 декабрҙә, төндә 4-9 градус һалҡын, аяҙайтҡанда 14 градусҡаса һыуытасаҡ, көндөҙ 1-6 градус һалҡын.
Рәсәй Гидромет үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, декабрҙең тәүге декадаһында уртаса һауа температураһының күп йыллыҡ дәүмәлдән 5 градусҡа юғары булыуы көтөлә, был осор өсөн норма — 9 -1 градус һалҡын. Айҙың уртаһында илдең Европа өлөшөндә һыуыҡтар башлана, тип хәбәр итә «Интерфакс».
Читайте нас