Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2015, 10:55

Республиканан Ҡырымға электр генераторҙары оҙатылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандан Ҡырымдың Белогорск районына 30 бензинлы электр генераторҙары оҙатылды. Гуманитар йөк ярымутрауға ошо көндәрҙә барып еткән, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, Ҡырымда электр менән тәьмин итеү боҙолоу сәбәпле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында оператив штаб булдырылған. Хеҙмәткәрҙәр ярымутрау халҡына ярҙам күрһәтеү буйынса эште ойоштороу менән шөғөлләнә.
Читайте нас