10:13 (UTC+5), 07 Декабря 2015

Башҡорт дәүләт университеты Көньяҡ Африка университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты Көньяҡ Африка университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Көньяҡ Африка профессорының Башҡорт дәүләт университетына сәфәре барышында ошо хаҡта килешеү төҙөлдө. БДУ ректоры Николай Морозкин һәм Аджай Кумар Мишра хеҙмәткәрҙәр, студенттар менән алмашыу тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Яҡтар уңышлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.
Сит ил ҡунағы билдәләүенсә, Көньяҡ Африка университеты Рәсәй менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу менән ҡыҙыҡһына. Башҡорт дәүләт университеты нанотехнологиялар өлкәһендәге мөһим асыштар өсөн һайлап алынған.
Башҡорт дәүләт университетына сәфәре сиктәрендә Аджай Кумар Мишра студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусыларға «Ағып төшә торған һыу өсөн аҡыллы экологик яҡтан таҙа материалдар» һәм «Нанокомпозиттар: экологик яҡтан таҙа материалдар» темаларына ике лекция уҡыны.
Белешмә. Көньяҡ Африка Республикаһы вуздары студенттарының өстән бер өлөшө (130 илдән 300 мең самаһы) Көньяҡ Африка университетында белем ала. Бөйөк Британия, Бельгия, Япония һәм башҡа илдәрҙең университеттары менән студенттар менән алмашыу һәм берлектәге тикшереүҙәр буйынса әүҙем эш алып бара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика