ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Шүлгәнташ мәмерйәһенә
халыҡ-ара экспедиция барышында ғалимдар туристар ҡалдырған рәсемдәрҙе һәм яҙыуҙарҙы таҙартты. Ун көн буйына Европа һәм Рәсәй ғалимдары, шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге, «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре мәҙәни мираҫ объекты стенаһындағы яҙыуҙарҙы юйҙы. 14 квадрат метр майҙан таҙартылды.