09:00 (UTC+5), 04 Декабря 2015

2016 йылда төбәктә уҡытыусылар электрон класс журналы менән эшләйәсәк

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылда Башҡортостанда уҡытыусылар электрон класс журналы менән эшләйәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, киләһе йылдың 15 ғинуарына тиклем Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» порталында электрон журналды тултырыу өсөн техник мөмкинлек булдырырға тейеш. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу вице-премьер Салауат Сәғитовҡа йөкмәтелгән.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта төбәктәге 1362 дөйөм белем биреү мәктәбендә электрон журнал алып барыу мөмкинлеге бар, әммә әлегә бөтә уҡытыусылар ҙа яңы системаға күсмәгән.
Программа менән эшләгәндә һәр уҡытыусыға һәм ата-әсәләргә исем, пароль бирелә. Журналды тултырғанда бөтә кәрәкле мәғлүмәт шунда уҡ уҡыусының электрон көндәлегенә күсә, ата-әсәләргә баһалар, өйгә эш, уҡытыусыларҙың иҫкәртмәләре күренә. Әйткәндәй, балаларының электрон көндәлектәре булған күп кенә ата-әсәләр был яңылыҡҡа ыңғай ҡарай. Уларҙың фекеренсә, электрон көндәлектәр — баланың уҡыуҙа нисек өлгәшеүен күҙәтеү һәм өйгә эштең үтәлешен контролдә тотоу мөмкинлеге.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика