Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2015, 12:46

Рәсәйҙә тыйылған төрөк продукцияһының исемлеге билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев 2016 йылдың 1 ғинуарынан Төркиәнән илгә индереү тыйылған ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек исемлеген раҫланы.
Хөкүмәт сайтында урынлаштырылған документҡа ярашлы, тауыҡ, күркә ите, томат, башлы һуған, төҫлө һәм брокколи кәбеҫтәһе, ҡыяр, әфлисун, мандарин, виноград, алма, груша, абрикос, персик, нектарин, слива, күгән, еләк, шулай уҡ ҡәнәфер, тоҙ һәм таҙа натрий хлориды санкцияға эләккән.
Евразия иҡтисади союзы рөхсәт иткән күләмдә шәхси ҡулланыу тауарҙарын индерергә мөмкин.
Читайте нас: