08:37 (UTC+5), 01 Декабрь 2015

Өфө менән Цицикар туғандаш ҡалалар тип иғлан ителде

Өфө хакимиәте сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәре барышында Башҡортостандың баш ҡалаһы менән Цицикар ҡалаһы араһында туғандаш мөнәсәбәттәр тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Быға әҙерлек бер йыл элек Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙән башланды.
Ҡытай Коммунистар партияһының Цицикар ҡала комитеты секретары Хань Дунань һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың осрашыуы барышында ҡалаларҙың иҡтисадта, инвестицияларҙа, сауҙа һәм эшлекле мөнәсәбәттәрҙә хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тотҡан дуҫлыҡ стадияһында булыуы билдәләнде.
«Өфө өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды, был Цицикар ҡалаһы менән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр булдырыуҙың иң мөһим мәлдәренең береһе булараҡ ҡала тарихына инер, тип ышанам. Килешеүҙең ике ҡала халҡының тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәгенә өмөтөбөҙ ҙур», — тине Ирек Ялалов.
Хэйлунцзян провинцияһының Цицикар ҡала округына 1125 йылда нигеҙ һалынған. Ҡаланың майҙаны 42 400 квадрат метр тәшкил итә һәм һигеҙ өйәҙҙән, ете райондан тора. Халыҡтың дөйөм һаны — 5,7 миллион кеше (шуның 1,5 миллионы — ҡала халҡы).
Ҡалала машина эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән, целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты бар. Цицикар «ҡорос ҡорамал» ҡалаһы исемен йөрөтә. Бында Ҡытайҙың ауыр машина эшләү корпорацияһы, «Бэймань» металлургия заводы, «Цицикар тимер юл вагон компанияһы» урынлашҡан. Һанлы идара итеү станоктарын эшләү буйынса ике завод бар, улар Ҡытайҙың механика тармағының төп 100 предприятиеһы исемлегенә инә. Хэпин, Цзяньхуа һәм Хуаань хәрби сәнәғәт заводтары илдең именлегенә ҙур өлөш индерә.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге кеүек Цицикарҙа ла экология мәсьәләләрен хәл итеүгә, ҡаланы йәшелләндереүгә һәм экологик яҡтан таҙа продукция етештереүгә ҙур иғтибар бүленә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика