11:17 (UTC+5), 01 Декабрь 2015

Башҡорт Википедияһы командаһы бөтә донъя викимарафонында лайыҡлы сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Күптән түгел «Wikipedia Asian Month» викимарафоны тамамланды. Бәйгелә популяр интернет-энциклопедияның 42 тел бүлеге ирекмәндәре ай буйына Азияға арнап яңы мәҡәләләр яҙҙы. Бөтә донъя «уҙышында» Башҡорт Википедияһы командаһы ла ҡатнашты.
«Халыҡ-ара сараларҙы ойоштороуҙа, унда ҡатнашыуҙа тәжрибәбеҙ булһа ла, донъя кимәлендәге викимарафонда беренсе тапҡыр көсөбөҙҙө һынаныҡ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев. — Башҡортостан командаһының яҡынса һөҙөмтәләре ҡыуандыра: бер айҙа 17 волонтер 67 яңы мәҡәлә яҙған, бишәүһе тулыландырылған. Үҙҙәрен тәүгә һынап ҡараған Айбикә, Фирүзә Абдуллина, З.Әйле, Һәҙиә, Dina1965 айырылып торҙо. Марафон иҫәбенә беренсе һәм һуңғы мәҡәләне башлап яҙыусы мөхәррирҙәр индерҙе. Улар — «Индонезия әҙәбиәте» һәм «Арал диңгеҙе» мәҡәләләре. Ҙур күләмле «Афған һуғышы» мәҡәләһе лә башлап яҙыусыныҡы. Уның «Ким Ир Сен» тип аталған ижади эше «Һайланма мәҡәлә» статусына лайыҡ булды һәм Башҡорт Википедияһының төп битендә урын алды. Башлап яҙыусы мөхәррирҙәргә тәжрибәле ирекмәндәр ярҙам итте. Викимарафонды ҡулға-ҡул тотоношоп үттек һәм был — иң мөһиме».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика