Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2015, 17:03
«Өфө» аэропортында эске авиалиния терминалының «В» секторын яңыртыу эштәре бара
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Өфө» аэропортында эске авиалиния терминалының «В» секторын яңыртыу эштәре бара. 26 ноябрҙән «В» секторын ремонтлау арҡаһында бизнес класлы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү ваҡытлыса «А» секторына күсерелә. Бында осош алдынан тикшереү өсөн айырым һыҙат бүленәсәк.
Өфө аэропортының матбуғат үҙәге белдереүенсә, реконструкциялау терминалдың майҙанын 1000 квадрат метрға киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Был хеҙмәтләндереү сифатында сағылыш табасаҡ.
«Ремонт эштәре барышында бизнес-хеҙмәтләндереү залын ойоштороу, уйын зонаһын, биләү бүлмәһен эшләү планлаштырыла. 60 квадрат метр самаһы майҙан ҡуртымсыларға тәҡдим ителәсәк», — тип аңлатма бирҙе «Өфө» халыҡ-ара аэропортының төҙөлөш буйынса директоры Вячеслав Шульга.
Эске авиалиния терминалын киңәйтеү — бинаны яңыртыу алдынан ваҡытлыса сара.
Теги:
өфө аэропорты
авиалиния
реконструкция
Читайте нас: