10:43 (UTC+5), 25 Ноябрь 2015

Рөстәм Хәмитов традицион конфессияларҙың дини лидерҙары менән осрашты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов традицион конфессияларҙың дини лидерҙары менән осрашты. Конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, дини экстремизмға ҡаршы эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Осрашыуҙа Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, баш раввин Дан Кричевский, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты составындағы Башҡортостан мосолмандарының төбәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Мөхәммәт Тажетдинов, Салауат һәм Күмертау епискобы Николай, Нефтекама һәм Бөрө епискобы Амвросий ҡатнашты.
– Беҙ традицион дин вәкилдәренең – мосолмандарҙың, православныйҙарҙың, иудейҙарҙың быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән туғандарса мөнәсәбәттәре менән ғорурланабыҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ аңлы рәүештә күршеләр менән яҡшы бәйләнештәр булдырған. Хәҙер ҙә республикалағы дини үҙәктәр ошо традицияларҙы дауам итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә бергәләп эшләргә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға, дингә ышаныусы йәштәргә йүнәлеш бирергә, социаль сирҙәрҙе иҫкәртеү саралары менән шөғөлләнергә, дини экстремизмға ҡаршы эш итергә кәрәк. Тырышлығыбыҙ илдә һәм республикала тыныслыҡты һаҡлауға булышлыҡ итәсәгенә ышанырға тейешбеҙ.
Осрашыу барышында Башҡортостан Республикаһы менән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы, Башҡортостандың үҙәк йәһүд дини ойошмаһы, Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты араһында социаль партнерлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ йәмғиәттең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыу, мәғарифты, мәҙәниәтте, һаулыҡ һаҡлауҙы, социаль хеҙмәт итеүҙе һәм хәйриәлекте үҫтереү, дини экстремизмды иҫкәртеү һәм уға ҡаршы эш итеү өлкәһендә дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарының һәм традицион конфессияларҙың социаль партнерлығын артабан үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
– Беҙҙең төп бурысыбыҙ – дәүләт-конфессиональ диалог аша республикала йәмғиәт тормошоноң әхлаҡи нигеҙҙәрен, социаль тотороҡлоҡто нығытыу, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн тәүге аҙым яһалды. Беҙ һеҙҙең менән ошо документты хупланыҡ. Хәҙер уны тулыландырырға кәрәк. Документ традицион конфессияларҙың эшендә мөһим урын алырға тейеш. Барыбыҙға ла ошо килешеүҙең төп положениеларын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика