08:01 (UTC+5), 20 Ноября 2015

Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуын фаразлай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 21 ноябрҙән Башҡортостанда һауа торошоноң ҡапыл боҙолоуы көтөлә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары күҙаллауы буйынса, 21 ноябрҙә ҡар яуасаҡ, ел көсәйгәндә секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫәсәк. Юлдарҙа — ҡар һырынтылары, күреүсәнлек 500-1000 метрға тиклем насарая. Һауа температураһы төндә 9-14, көньяҡ-көнсығышта 18-23 градус һыуыҡ, көндөҙ 1-6, көньяҡ-көнсығышта 11 градусҡаса һалҡын.
22 ноябрҙән 24-нә тиклем төбәктә епшек ҡар, урыны менән боҙло ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал. Осор һуңында көндөҙ 0-5 градус йылы, ҡарҙың иреүе күҙаллана.
Өфөнөң «112-се ҡотҡарыу хеҙмәте» урамдарҙа электр тапшырғыс линиялары, ағастар, реклама таҡталары эргәһендә, автомобиль юлдарын үткән саҡта һаҡ булырға саҡыра. Водителдәргә иһә тиҙлек режимын һаҡлау мөһим. Автомобилдәрҙе ағастар янына ҡуйырға кәңәш ителмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика