05:23 (UTC+5), 19 Ноября 2015

Рөстәм Хәмитов Русфонд президенты Лев Амбиндер менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Русфонд президенты, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Лев Амбиндер менән осрашты. Осрашыуҙа төбәктә хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
– Беҙҙең мәрхәмәтлек фондтары менән эшләүегеҙ, уларҙы өйрәтеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ – беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ. Беҙ артабан да бергә эшләргә теләр инек, бергәләп ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы йылдарҙа хәйриә эшен әүҙемләштерҙек. Беҙҙә ҙур фондтар булды һәм әле лә бар. Фондтарҙы ойоштороуҙа ыңғай динамика күҙәтелә. Беҙ ошо эшкә намыҫлы ҡарайбыҙ.
Лев Амбиндер республикала елек майы донорҙары банкын булдырырға тәҡдим итте.
– Өсөнсө йыл елек майы донорҙарының милли регистры булдырыла. Был тәү сиратта лейкоздың ҡатмарлы формаларын дауалау, – тип һөйләне ул. – Көнбайышта донор беҙгә 20 500 евроға төшә. Бер ауырыуға 10 мең донорҙан һайлап алырға кәрәк. Рәсәйҙә 40 мең донорлыҡ база булдырҙыҡ. Был бик аҙ. Әммә эҙләү тиҙлеге артты, ваҡыт ҡыҫҡарҙы, был лейкоз сире өсөн бик мөһим. Бер ауырыуға 500 донорҙан һайларға кәрәк. Тимәк, быларҙың барыһы ла 20 тапҡыр тиҙерәк.
Шулай уҡ Русфонд президенты «күбәләк синдромлы» балаларҙы Рәсәй клиникаларында дауалау өсөн уларҙы опекаға алырға тәҡдим итте.
Республика Башлығы республикала техник реабилитациялау сараларын етештереү буйынса кластер булдырырға тәҡдим итеп, мөмкинлектәре сикләнгән йәштәрҙе реабилитациялау проектын да хупланы.
Русфонд (Рәсәйҙең ярҙам фонды) 1996 йылда журналистарҙың мәрхәмәтлек проекты булараҡ ойошторолған. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең 20 төбәгендә фондтың вәкиллектәре эшләй. Уның бурысы – ауыр сирле балаларҙы һәм инвалидтарҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтеү, граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү һәм юғары медицина технологияларын индереү.
Русфонд Башҡортостанда үҙенең төбәк бюроһын 2011 йылда асты. Дүрт йыл эсендә фонд тарафынан 131,4 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. 2015 йылда 152 баланы дауалау өсөн 47,74 миллион һум тотонолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика