Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
11:56 (UTC+5), 19 Ноября 2015

Рөстәм Хәмитов кеше потенциалын үҫтереүгә арналған конференцияла сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 ноябрҙә Башҡортостандың Фәндәр академияһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәйҙең һәм уның төбәктәрен яңыртыу шарты һәм факторы булараҡ кеше потенциалын үҫтереү» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында сығыш яһаны.
– Ошо конференцияға килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Уның темаһы бик әһәмиәтле – кеше потенциалын үҫтереү, – тине төбәк етәксеһе. – Республикабыҙға килгәндә, беҙ был мәсьәләне даими тикшерәбеҙ, хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Кешеләрҙең, йәмғиәттең эшен дөрөҫ ойошторорға кәрәк.
Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә конференцияның темаһы хаҡында һүҙ буласаҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Форумды ойоштороусылар булып Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институтының Башҡортостан филиалы һәм Рәсәй социологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе сығыш яһай. Конференция эшендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Урал-Волга буйы, Себер ҡалалары, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан ғилми үҙәктәренең 200-гә яҡын вәкиле, Башҡортостандың закон сығарыу һәм башҡарма власть органдары, гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика