11:52 (UTC+5), 18 Ноябрь 2015

Өфөлә Павел Астаховҡа В. Сухомлинсий исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалы тапшырылды

Илмир Шәүәлиев
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов килде. Тәүҙә ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында булды. Уҡыу йортонда һәләтле уҡыусылар, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Был көндә университетта аутизм менән яфаланыусыларҙың проблемаларына арналған беренсе ведомство-ара конференцияһы ойошторолдо.
Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла бөгөн мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балаларҙы яҡлау мәсьәләһе бик киҫкен тора, тип билдәләне Павел Астахов.
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил фекеренсә, «иң мөһиме — йәмғиәттең ҡарашын үҙгәртеү. Мәҫәлән, ата-әсәләрҙең класта аутизм менән сирләгән баланың уҡыуына ҡаршы булыуы. Йәмғиәтте өйрәтеү зарур. Был — ғәҙәти күренеш, тормошобоҙҙоң бер өлөшө».
Павел Астахов Башҡорт дәүләт педагогия университетында Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү үҙәгенең эше менән танышты, лабораторияларҙы ҡараны, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты. Бынан тыш, балалар омбудсменына вуз уҡытыусылары әҙерләгән мөһим социаль проекттар тәҡдим ителде. Улар араһында «Хоҡуҡи белем биреү буласаҡ уҡытыусы — балаларға хоҡуҡтар һәм бурыстар тураһында» проекты бар, ул ошо уҡыу йылында эшләй башланы.
Һуңынан БДПУ ректоры Рәил Әсәҙуллин Павел Астаховҡа В. Сухомлинсий исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалын тапшырҙы.
Бөгөн Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил «Мәрхәмәт» хәйриә фонды асҡан «Мәрйен» коворкинг үҙәгендә лә булды. Унда үҙенсәлекле балаларҙың әсәләре белгестәр етәкселегендә ғәҙәти булмаған әйберҙәр яһай, эшләй, был ваҡытта педагогтар һәм психологтар уларҙың балалары менән шөғөлләнә. Кисен Павел Астахов «Дмитрий Хворостовский һәм дуҫтары — балаларға» хәйриә концертына барасаҡ. Унда опера сәхнәһе йондоҙҙары Дмитрий Хворостовский һәм Илдар Абдразаҡов сығыш яһай, симфоник оркестрға Константин Орбелян (Сан-Франциско) дирижерлыҡ итә. Саранан алынған аҡса етем, ауыр сирле, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
Концерт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында киске сәғәт 7-лә башлана.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика