ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында йән башына иҫәпләнгән торлаҡты сафҡа индереү буйынса беренсе урында. Быйыл ғинуар-октябрь айҙарында республикала финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 2166,3 мең квадрат метр тәшкил иткән (былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 4,6 процентҡа күберәк). Башҡортостанстат
мәғлүмәттәре буйынса, 1000 кешегә 532 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.