Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2015, 14:51
Башҡортостанда яңы уңышҡа 314 мең тонна орлоҡ һалынған
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан хужалыҡтарында яңы уңыштан орлоҡ һалыу дауам итә. Киләһе йылдың яҙғы сәсеүенә 314 мең тонна (пландың 102 проценты), страховка фондына 32 мең тонна (70 процент) иген һалынған. Бөгөнгә күсмә фондта 80 мең тонна (пландың 71 проценты) ужым игене. Был хаҡта, Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә һылтанып, республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Быйылғы күрһәткестәр былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ. 2014 йылдың ошо уҡ осоронда яҙғы сәсеүгә 92 процент, страховка фондына — 60, күсмә фондҡа 67 процент орлоҡ һалынған.
24 район эште атҡарып сыҡҡан, шул иҫәптән Бөрйән, Иглин, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Федоровка райондары планды арттырып үтәгән.
Теги:
ауыл хужалығы
яңы уңыш
Читайте нас