09:21 (UTC+5), 10 Ноября 2015

Өфөгә Ҡытайҙың Ляонин провинцияһы делегацияһы килде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөгә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ляонин провинцияһының рәсми делегацияһы килде. Сәфәр ШОС илдәре төбәктәренең үҙ-ара эш итеүе сиктәрендә ойошторолған. Ҡунаҡтар араһында Сит ил эштәре канцелярияһы, Иҡтисад һәм мәғлүмәтләштереү буйынса совет, Фән һәм техника департаменты, Ляонин провинцияһының транспорт идаралығы вәкилдәре бар. Делегацияны Ҡытай коммунистар партияһының төбәк комитеты секретары, провинциялағы Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының даими комитеты рәйесе Ли Си етәкләй.
Сәфәр сиктәрендә 10 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу була һәм республиканың Үҫеш корпорацияһы менән «Хайчен Нефтемаш» компанияһы араһында индустриаль паркты үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Ҡытай ҡунаҡтарын Өфө буйлап экскурсия һәм Башҡортостан Башлығы исеменән рәсми ҡабул итеү көтә. Делегация баш ҡалала 11 ноябргә тиклем буласаҡ.
ШОС илдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү сиктәрендә сентябрҙә Башҡортостан вәкилдәре рәсми сәфәр менән Ляонин провинцияһына барҙы. Ул саҡта ҡабул итеүсе яҡ Ҡытайҙың эшлекле даирәләренең республика менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Башҡортостан һәм Ляонин компанияларының бер нисә дөйөм проекты, берлектәге предприятиелар булдырыу хаҡында килешеүҙәр әҙерләнде. Хәҙер Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегацияһы яуап сәфәре менән килде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика