07:00 (UTC+5), 10 Ноябрь 2015

Башҡортостандың полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. 1715 йылда Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәтен булдыра һәм уны «полиция» тип атай, грек теленән тәржемә иткәндә «дәүләт менән идара итеү» тигәнде аңлата.
1917 йылдың 10 ноябрендә РСФСР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариатының ҡарары менән «йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн» эшсе милиция ойошторола. Иң тәүҙә милиция урындағы Советтар ҡарамағында, артабан Эске эштәр халыҡ комиссариаты структураһында, ә 1946 йылдан алып Эске эштәр министрлығында була. Оҙаҡ йылдар байрам «Милиция көнө» тип йөрөтөлә. 2011 йылдың 1 мартында «Полиция тураһында» яңы закон көсөнә ингәс байрамдың исеме үҙгәрә. Рәсәй Президентының 2011 йылдың 13 октябрендәге 1348-се Указына ярашлы байрам «Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө» тип атала башлай.
Был көндәрҙә Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, байрам концерттары, яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү, ветерандарҙы ҡотлау ойошторола. Полицейскийҙар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәрен дә иҫкә ала.
Республиканың Милли музейы һәм уның филиалдары ла бүләк әҙерләгән. «Асыҡ ишектәр көнө» акцияһы сиктәрендә 3 ноябрҙән 15-нә тиклем полиция хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре Башҡортостандың Милли музейын, Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейын, Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейын, Әбйәлил, Темәс, Дүртөйлө, Октябрьский, Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын, Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев һәм Ишембайҙағы Зәки Вәлиди музейын ҡарай ала. Инеү таныҡлыҡ буйынса.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика