10:39 (UTC+5), 10 Ноября 2015

Башҡортостан IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнә. Күләмле милли форум 21 ноябрҙә Өфөлә уҙа. Сара халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡ булдырыуға йүнәлтелгән. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы биш йыл элек үткәрелгәйне.
Форум эшендә төрлө темалар буйынса секция ултырыштары ойошторола. Делегаттар республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешен, бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа ер мәсьәләһен һәм туризмды тикшерәсәк. Ҡатнашыусылар республикала «Мәғариф тураһында», «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закондарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында һөйләшәсәк. Заманса шарттарҙа башҡорт халҡының үҫеш факторы булараҡ тарихи һәм рухи мираҫҡа айырым иғтибар бүленәсәк. Ғаилә, башҡорт халҡының демографияһы һәм сәләмәтлеге мәсьәләләре ҡуҙғатыласаҡ. «Башҡортостандың мәғлүмәт киңлеге: проблемалар һәм йүнәлештәр» һәм «Йәштәр — башҡорт халҡының стратегик ресурсы» секциялары эшләйәсәк.
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы программаһында шулай уҡ Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ҡабул ителгән дәүләт милли сәйәсәт стратегияһын, 2016-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышын тикшереү ҡаралған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика