Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2015, 10:24

Башҡортостанда 18 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Синоптиктар күҙаллауынса, 8 ноябрҙән 10-на тиклем Башҡортостанда көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә 18 градусҡаса төшәсәк, көндөҙ бер аҙ йылыраҡ — 1-6 градус һалҡын.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был көндәрҙә бер аҙ ҡар яуасаҡ, урыны менән еңелсә буран сығасаҡ, ел көнбайыштан, талғын.
«112-се ҡотҡарыу хеҙмәте» урамдарҙа электр тапшырғыс линиялары, ағастар, реклама таҡталары эргәһендә, автомобиль юлдарын үткән саҡта һаҡ булырға саҡыра. Водителдәргә иһә тиҙлек режимын һаҡлау мөһим. Автомобилдәрҙе ағастар янына ҡуйырға кәңәш ителмәй. Көслө ел сығыу һәм епшек ҡар һырыуы һөҙөмтәһендә ағастарҙың йығылыуы ихтимал.
Читайте нас: