11:33 (UTC+5), 09 Ноябрь 2015

Башҡортостан уҡыусыһының иншаһы — бөтә Рәсәй конкурсының иң яҡшы 100 эше иҫәбендә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Дүртөйлө ҡалаһындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең дүртенсе класс уҡыусыһы Тимур Шәрифуллиндың иншаһы — бөтә Рәсәй конкурсының иң яҡшы 100 эше иҫәбендә. Уның ижади эше «Яҙыусы хеҙмәте донъяны кешелеклек нуры менән яҡтырта» номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау өсөн Әҙәбиәт йылында бөтә Рәсәй иншалар конкурсын ойошторорға тәҡдим иткән. Иң яҡшы инша авторҙары Мәскәүҙә бүләкләнде. Абсолют еңеүселәргә приздарҙы Рәсәй мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Наталья Третьяк тапшырҙы.
Бәйге дүрт этапта уҙҙы. Төбәктәге турҙа 165 уҡыусы ҡатнашты, дүрт еңеүсе һәм 24 призер билдәләнде. Федераль кимәлгә дүрт йәш төркөмөндә 85 төбәктән 340 эш һайлап алынды. Һәр этапта иншаларҙы өс жюри ағзаһы баһаланы, был 100 үҙенсәлекле һәм талантлы эштәрҙе һайлап алырға мөмкинлек бирҙе. Улар махсус йыйынтыҡҡа инәсәк, шулай уҡ иншалар конкурстың интернет-битендә баҫыласаҡ.
Бүләкләү тантанаһында еңеүселәрҙе танылған яҙыусылар, журналистар, йәмәғәтселек һәм дәүләт структуралары вәкилдәре, уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашыусылар ҡотланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика