13:17 (UTC+5), 09 Ноября 2015

Башҡорт Ҡыш бабайының ҡунаҡ тирмәһе Ишембай районында буласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡорт Ҡыш бабайының ҡунаҡ тирмәһе Ишембай районында урынлашасаҡ. Бөгөн «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ошо хаҡта билдәле булды. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре иң яҡшы тирмәгә конкурс йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм ғинуар айындағы каникулда ғаилә менән ял итеүгә иҫәпләнгән «Һоҡланғыс Башҡортостан» социаль проекты менән таныштырҙы.
Республика халҡы ғына түгел, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә Башҡортостан туроператорҙары һәм отельерҙары хеҙмәттәре менән файҙаланыр тип күҙ уңында тотола. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ҡунаҡханаларҙың күбеһе ярайһы уҡ ташлама яһарға ризалашҡан, мәҫәлән, «Таң» ҡунаҡханаһы 50 процентлы дисконт тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә йәшәү хаҡы тәүлегенә бер кешегә 550 һум буласаҡ. Өфөлә иһә тәүлегенә 400-500 һум.
Дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләжетдинов һөйләүенсә, Өфөлә Яңы йыл шыршылары ҡуйылған майҙандар буйлап сәғәт һайын метробустар йөрөйәсәк. Хаҡы — 10 һум самаһы.
Урындағы туристик компаниялар Ҡыш бабай тирмәһенә «бер көнлөк» автобус турын тәҡдим итә, улар Яңы йыл майҙансыҡтары асылғас та эшләй башлай. Конкурста бай саралар программаһы әҙерләгән Ишембай районы еңеп сыҡты.
Ҡыш бабайға килгәндә, Яңы йылдың төп персонажы Өфөгә самолет менән киләсәк, баш ҡала шыршыларын ҡарап сығасаҡ һәм балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре менән осрашасаҡ, һуңынан уның өсөн әҙерләнгән тирмәгә юл тотасаҡ. Унда ул ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк һәм бәләкәстәрҙең хыялдарын бойомға ашырасаҡ.
Ҡыш бабайға хатты ошо адресҡа яҙырға кәрәк: Башҡортостан, Ишембай районы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы, Ҡыш бабайға.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика