11:01 (UTC+5), 06 Ноябрь 2015

Башҡортостанда «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» интернет-конкурсы иғлан ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» интернет-конкурсы иғлан ителде. Бәйгене Башҡортостан Башлығы ярҙамында «Мин Илһөйәр» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы уҙғара. Акция Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү сиктәрендә үтә.
Белем биреү учреждениелары уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар, шулай уҡ теләгән һәр кем үҙенең ғаиләһенең тарихы менән таныштыра ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.
Ғаризалар 2015 йылдың 10 декабренә тиклем «Конкурсҡа» тигән билдә менән yapatriotrb-shejere@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
Еңеүселәрҙең эштәре айырым китап булып баҫылып сығасаҡ, шулай уҡ «Мин Илһөйәр» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы сайтында урын аласаҡ.
Еңеүселәргә махсус бүләктәр, ә иң әүҙемдәргә донъяла танылыу яулаған шәхестәрҙең шәжәрәһе тураһында китаптар тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика