11:44 (UTC+5), 30 Октябрь 2015

Башҡорт лицейы уҡыусылары Башҡорт Юниор КВН лигаһы III миҙгеленең зона фестивалендә еңеү яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 28 октябрҙә Өфө ҡалаһының мәҙәни-ял итеү үҙәгендә башланған Башҡорт Юниор КВН лигаһы III миҙгеленең зона фестивале лидерҙары билдәләнде. Бына улар: Республика башҡорт лицей-интернаты («Башҡорттар.ру» командаһы), Әбйәлил районы Хәмит ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе («Хәмит» командаһы), Өфөнөң 159-сы мәктәбе («Хыялый зыялыйҙар» командаһы).
Зона фестивалендә командалар «Азия һәм Европа» темаһы буйынса КВН стилендә үҙенсәлекле сығыштар (сәләмләү) тәҡдим итте. Ошо этап еңеүселәре ярымфинал уйындарында ҡатнаша, һуңынан финалсылар билдәләнә. Уйын миҙгеле «Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя» темаһы аҫтында уҡыу йылы буйына дауам итәсәк.
«Тик ҡыҙҙар» (Учалы районы), «Беренсе формат» (Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты), «Илишыстайл» (Илеш районы) командалары ла фестивалдең номинацияларында билдәләнде.
Шаяндар һәм отҡорҙар уйыны башҡорт телендә КВН уйнаған йәштәр һәм уҡыусылар командаларының ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыуға ярҙамлашыу, уҡыусыларҙы милли мәҙәниәткә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Фестивалде ойоштороусылар — Башҡорт асыҡ Шаяндар һәм отҡорҙар клубы лигаһы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Өфө хакимиәте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика