Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
25+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2015, 18:10

Башҡорт дәүләт университеты абитуриенттарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

юғары уҡыу йортоноң сайтынан
юғары уҡыу йортоноң сайтынан
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты абитуриенттарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра. Сара 7 ноябрҙә уҡыу йортоноң төп корпусында уҙғарыла.
Программала ректорҙың, факультет декандарының, институт директорҙарының сығышы ҡаралған. Улар уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуап бирәсәк. Юғары класс уҡыусылары өсөн университеттағы факультеттарға, институттарға, лабораторияларға экскурсия ойоштороласаҡ. Бынан тыш, белем биреү программаларының презентацияһы һәм асыҡ лекциялар үткәреләсәк. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Белешмә өсөн телефон: (347) 229-97-21. Электрон почта: abiturient-bsu@yandex.ru.
Читайте нас: