09:01 (UTC+5), 29 Октября 2015

Төбәктә Фирҙәүес Хисаметдинованың юбилейы уңайынан диалектология буйынса ғилми конференция уҙғарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә күренекле башҡорт телсеһе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинованың 65 йәшенә арналған «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре» XV Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы уҙғарыла. Форумды IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойоштора.
Сарала ғалимдар, республика һәм ҡалаларҙағы академик институттарҙың ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Шулай уҡ был эшкә юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар, студенттар һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусылары йәлеп ителәсәк.
«Төрки диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре», «Славян, фин-уғыр диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре», «Диалектология һәм этнолингвистика», «Лексикология һәм лексикография», «Диалектология һәм оҡшаш дисциплиналар», «Тел ғилеменең дөйөм мәсьәләләре», «Когнитив һәм ғәмәли лингвистика» секцияларында эшләү ҡаралған. Бынан тыш, конференция барышында Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре Фирҙәүес Хисаметдинованы юбилейы менән ҡотлау планлаштырыла.
Ғаризаны һәм мәҡәләне 30 октябргә тиклем dialectologiya2015@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Телефон: (347) 235-60-50. Докладтар һәм сығыштар конференция башланыр алдынан баҫылып сығасаҡ. Сара 20 ноябргә тәғәйенләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика