11:31 (UTC+5), 29 Октября 2015

Республиканан 57 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә 57 күп балалы ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы 29 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда уҙҙы, уны вице-премьер Салауат Сәғитов үткәрҙе.
Бөрө ҡалаһында йәшәүсе күп балалы әсә Екатерина Катерикинаға 31 генә йәш: «Беренсе ҡыҙыбыҙ тыуғас, 10 йылдан һуң биш бала әсәһе булырмын тип уйламаным да. Ирем малайыбыҙ булыуын теләне. Бары дүртенсе тапҡырҙан ғына уның хыялы тормошҡа ашты. Сабыйға ҡыҙҙар араһында бер үҙенә күңелһеҙ булмаһын тип, тағы ла бер ул таптыҡ, — тип һөйләй ҡатын. — Балаларыбыҙҙы наҙға, һөйөүгә сорнап үҫтерергә тырышабыҙ».
«Күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы данлап ниндәй генә изге һүҙҙәр әйтһәк тә, аҙ булыр кеүек. Бер танылған яҙыусы әйткәнсә, ерҙә сабыйҙарҙың тәтелдәүенән дә тантаналыраҡ гимн юҡ. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, һеҙ уларҙы һәр саҡ йөрәгегеҙ аша үткәрәһегеҙ, — тип билдәләне Салауат Сәғитов, әсәләргә наградаларҙы тапшырып. — «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны йылдан-йыл артыуы ҡыуаныслы. Бөгөн республиканың төп бурыстарының береһе — төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу. Дәүләт яғынан күп балалы әсәләргә ярҙам итеү өсөн тейешле саралар күрелә, тип әйтә алам».
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика